Яңы конкурс "Уҡытыусылар династияһы"

Яңы конкурс "Уҡытыусылар династияһы"

13.08.2021

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы "Уҡытыусылар династияһы» исемле яңы фотоконкурс иғлан иткән.
«Һеҙҙең иғтибарығыҙға "Уҡытыусылар династияһы" исемле яңы фотоконкурс тәҡдим итәбеҙ», - тип яҙа ойоштороусылар uchbash.com сайтында.
Ярыштың талаптары:
- ҡатнашыусылар үҙҙәренең ғаиләһендә уҡытыусы, йә мәғариф өлкәһендә эшләгән, йә эшләп йөрөүсе ғаилә ағзаларының фотоһын һәм ҡыҫҡаса улар тураһында мәғлүмәтте беҙҙең электрон почтаға uch.bash@mail.ru ебәрә;
- эштәр тик электрон вариантта ғына ҡабул ителә;
- килгән эштәр журналдың сайтында, бәйләнештә һәм класташтар селтәрҙәрендә донъя күрәсәк;
- ҡатнашыусыларҙың йәш сикләүҙәре юҡ.
Конкурс булғас, бүләге лә бар:
Иң күп лайыҡ йыйған 3 ҡатнашыусы ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.
Рәхим итегеҙ конкурсҡа!


Возврат к списку