...1941 йыл! Иваново өлкәһе хәстәханаһында Таһир исемле бер һалдат мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ә нәҡ ошо ваҡытта алыҫ
Башҡортостанда Түбәнге Әрмет тигән ауылда уның улы донъяға тәүге ауазын яңғырата. Ул инде минең атайым Ғәбдрәшит була.
...Эйе, был атай менән был ул, меңәрләгән аталар һәм улдар һымаҡ, бер ҡасан да күрешә алмаясаҡ. Әммә... Ғәбдрәшит уның рухын үҙе гүр эйәһе булғансы йөрәгендә ғорур йөрөтәсәк һәм балаларына тапшырасаҡ!
Кәбир ағай мәрхүм Аҡбаштың "Атайҙы һағынып" шиғыры ла ошо тарихты миңә тағы бер хәтергә төшөрә. Атайҙар менән улдар бергә булһын ине, улдар, ейәндәр атайҙары менән ғорурланһын ине!..
Журналистар союзы менән БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы иғлан иткән #Еңеүөсөн флешмобына ҙур теләк менән ҡушылдым!
Шағирҙар, журналистар, яҡын дуҫтарым, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм "Башҡортостан" гәзите баш мөхәррир урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин тапшырған шиғри эстафетаны артабан хеҙмәттәштәрем - Ашҡаҙар гәзите баш мөхәррир урынбаҫары Эльдар Фәттәхов һәм хәбәрсе, шағирә Гөлкәй Ҡыуатоваға юллайым.
#БөйөкЕңеү77 #ВеликаяПобеда77 #ОнлайнФлешмобСЖРБ2022
https://vk.com/club156150050?w=wall-156150050_17630