Журналистика һәм әҙәбиәт араһында

Журналистика һәм әҙәбиәт араһында

Журналистика һәм әҙәбиәт араһында 21.09.2024



Башҡортостан журналистикаһы тарихына күҙ һалғанда, был һөнәрҙең төп көсөн профессиональ яҙыусылар һәм әҙәби һәләте булған кешеләр тәшкил итә. Был үҙенә күрә бер-береһенә оҡшаш та, шул уҡ ваҡытта ике айырым киңлекте биләгән оҫталыҡтың тамыры, башланғысы бер бөтөн булыуын күрһәтә.

"Бөтә Рәсәй" журналистар форумының сираттағы ултырышында ла ошо ике һөнәрҙе һәм талантты берләштергән үҙенсәлек тураһында һөйләшеү булып үтте. Унда яҙыусы, шағир, драматург, Милли драматургтар ассоциацияһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, тележурналист, дәүләт эшмәкәре Юрий Поляков сығыш яһаны.

Юрий Михайлович тәүге әҫәрҙәрен мәктәп йылдарында уҡ ижад итһә, журналистика эшмәкәрлеген әрме хеҙмәтендә башлай- уны дивизия гәзите мөхәррире итеп һайлайҙар. Артабан "Мәскәү әҙәбиәтсеһе" гәзитендә ябай корреспонденттан алып баш мөхәррир вазифаһына тиклем үҫә. 2001- 2017 йылдарҙа "Литературная газета" баҫмаһын етәкләй.

- Журналист булып эшләмәһәм әҙәби талантымды үҫтерә алмаҫ инем. Сөнки был эш миңә кешеләрҙе аңларға, йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы төрлө яҡтан анализларға өйрәтте. Ике һөнәр ҙә ваҡыт һәм фекерләү талап итә, икеһен бергә алып барыу ауыр булды. Шуға ла ете йыл элек яҙыусылыҡты һайлап, эштән киттем. Сөнки әҙәбиәттә әйтәһе һүҙем күп осраҡта "аҙаҡҡа" ҡала килде. Бөгөнгө көндә журналистика менән яҙыусылыҡты бергә алып барыусыларға ихласлыҡ теләйем. Һәм эште күңел ҡушыуы буйынса башҡарығыҙ. Айырыуса әҙәбиәттә дәүләт йәки айырым кешеләр заказы буйынса эшләү күңел ҡәнәғәтләндереүе бирмәй. Хәрби махсус операция башланғас, илһөйәрлек темаһына йырҙар байтаҡ ижад ителде. Әммә халыҡ араһында күбеһе "үтмәй". Сөнки улар заказ буйынса ижад ителгән, - тине ул осрашыу барышында.

Юрий Поляков шулай уҡ әҙәбиәт киләсәге өсөн борсолоу ҙа белдерҙе. Мәктәптәрҙә уҡыу зауығын тәрбиәләү туҡтатылған, белем биреү программаларын төҙөүселәр араһында Рәсәй халыҡтары һәм рус әҙәбиәтен уҡымаған "белгестәр" ултыра, тине ул.
Осрашыу күберәк һорау-яуап форматында барҙы. Журналистар, әлбиттә, башлыса Юрий Михайловичтың тап яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Әлеге мәлдә уның 70 йәшлек юбилейы уңайынан 15 томлыҡ "Һайланма әҫәрҙәре" сыға башлаған. Шулай уҡ әҙип яҡын арала ҙур популярлыҡ яулаған "Совдетство" әҫәренең һуңы - 4-се киҫәген тамамлау өҫтөндә. Рәсәй театрҙары уның пьесалары буйынса премьералар әҙерләй.

Әйткәндәй, Юрий Поляков - Башҡортостандың Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия лауреаты. Шуныһы ла шатлыҡлы: автограф сессия ваҡытында үҙемдең Башҡортостандан икәнемде әйткәс, ул Камил Йыһаншин һәм Мостай Кәрим ижады менән яҡындан таныш булыуын әйтеп үтте. Мин иһә быйыл Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән 11 йәш ағзаның һигеҙе, шул иҫәптән үҙемдең дә тап журналистика өлкәһендә эшләүен әйтеп үттем.

Гөлнур Ҡыуатова


Возврат к списку